Үзбәкстандың “UzAgroExpo-2022 Ауыл хужалығы” халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы умартасылыҡ тауарҙарын, ауыл хужалығы һәм һөт тармағы ризыҡтары, ҙур һәм бәләкәй етештереүсәнлекле һыу әйләнеше системалары, иген культуралары һәм уларҙы эшкәртеү продукцияһы менән биш етештереүсе ҡатнаша.
– Республиканың коллектив стендында ҡатнашыусылар араһында беҙҙең “Башҡортостан тауары” проекты дипломанты булыуы ҡыуандыра. Республика компанияларының халыҡ-ара эшлекле сараларҙа ҡатнашыуы аныҡ бер етештереүгә һәм дөйөм тармаҡтың иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, — тине Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһынан "Дустар" сауҙа йорто", А.Р. Минһажев крәҫтиән (фермер) хужалығы, “Модерн Петролиум”, “Профтехника” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, шулай уҡ “Башҡортостан тауары” проекты дипломына лайыҡ булған, Мишкә районында бал һәм умартасылыҡ продукцияһы етештереү менән шөғөлләнгән В.В. Хәзиев крәҫтиән (фермер) хужалығы үҙ тауарҙарын тәҡдим итә.
Хужалыҡ бынан тыш умартасылыҡ тауарҙары – һитә, инә ҡорт һөтө, ата ҡорттоң шифалы матдәһе, балауыҙ һәм ҡорт елеме етештерә. В.В. Хәзиев крәҫтиән (фермер) хужалығы өсөн Үзбәкстан — үҙ тауарын һатыу өсөн яңы баҙар. Әлеге ваҡытта эшҡыуар Башҡортостан биләмәһендә балды әүҙем һата, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә һәм Нур-Солтан ҡалаһына (Ҡаҙағстан) оҙата. Махсуслаштырылған күргәҙмә умартасылыҡ тауарҙарын халыҡ-ара майҙанда уңышлы тәҡдим итеү урынына әйләнде, был башҡорт балын таныуҙы арттырыуға һәм эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итә.
“UzAgroExpo” күргәҙмәһе Үзбәкстанда иң ҙур тармаҡ сараһы булып тора. Унда заманса ауыл хужалығы техникаһын һәм запас частарын, ҡорамалдарын, үҫемлекселек, малсылыҡ, ветеринария, эшкәртеү, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, ташыу һәм һаҡлау өсөн ҡорамалдар, технологиялар һәм материалдар етештереү һәм һатыу буйынса махсуслашҡан предприятиелар һәм ойошмалар ҡатнаша. Быйыл “UzAgroExpo 2022”лә 20 илдән 160 компания үҙ тауарын күрһәтте.
Бөгөн 660 аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауар етештереүсе проекттың дипломанты булып тора. 24 меңдән ашыу тауар “Башҡортостан тауары” билдәһе менән тамғалана.
Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: pravitelstvorb.ru.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан