Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Декабрь 2022, 08:00

Яман шеште лә тиҙ асыҡлайҙар

Ауыл ерендә ошо ваҡыт эсендә яңы ҡорамалда 500-ҙән ашыу эндоскопия һәм 32 колоноскопия тикшереүе үткәрелгән.

Яман шеште лә тиҙ асыҡлайҙар
Яман шеште лә тиҙ асыҡлайҙар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” төбәк программаһына ярашлы, Йылайыр үҙәк район дауаханаһына бынан бер йыл элек эндоскопия комплексы ҡуйылғайны. Ошо ваҡыт эсендә яңы ҡорамалда 500-ҙән ашыу эндоскопия һәм 32 колоноскопия тикшереүе үткәрелде.

Эндоскопия – махсус һығылмалы эндоскоптарҙы ҡулланып, пациенттарҙы тикшереү һәм дауалауҙың заманса ысулы. Уның ярҙамында эске ағзалар ентекләп тикшерелә, онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә.

– Ҡорамалдың иң ҙур өҫтөнлөктәренең береһе – һүрәттәр сифатының иҫ киткес яҡшы булыуы. Яңы комплекс медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын арттырыуҙан тыш, белгестәрҙең эш шарттарын да яҡшырта,– тип билдәләне дауахананың баш табибы Илдар Хәмитов. – Хәҙер беҙҙең пациенттар дауалауҙың был төрөн тиҙ һәм юғары кимәлдә ала.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: toptyumen.ru

Яман шеште лә тиҙ асыҡлайҙар
Яман шеште лә тиҙ асыҡлайҙар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: