Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Декабрь 2022, 11:30

Мәләүездә яр буйы төҙөкләндерелә

Күләмле эш 2019 йылда башланғайны.

Мәләүездә яр буйы төҙөкләндерелә
Мәләүездә яр буйы төҙөкләндерелә

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан  хәбәр итеүҙәренсә, Мәләүез ҡалаһында яр буйында берҙәм уңайлы киңлек булдырыу йәһәтенән эш дауам итә.

Атап әйткәндә, Мәләүез йылғаһы буйында, Ленин урамындағы күперҙән алып Карл Маркс урамындағы күпергә тиклем, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн юл һалынған, ял урындары барлыҡҡа килгән. Хәҙер төҙөкләндерелгән биләмәнең дөйөм оҙонлоғо 1,2 километр тәшкил итә. Бынан тыш, бәләкәй архитектур һындар ҡуйылған, ағастар ултыртылған. Яҡтыртҡыстар ҡуйырға, терапия баҡсаһын йыһазландырырға ҡалған.

Яр буйында эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы, 2019 йылда башланғайны.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: house.bashkortostan.ru/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/364733#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: