Был компанияларға производство сығымдарын кәметергә, ваҡытты дөрөҫ бүлергә һәм хеҙмәтсәндәрҙең һөнәри оҫталығын арттырырға, шулай уҡ килемде күбәйтергә ярҙам итәсәк. Ғөмүмән, уңышлыраҡ эшләргә теләгән предприятиелар өсөн бик тә отошло. Әйткәндәй, проектта ҡатнашыу бушлай, хатта тәүге ҡатнашыусылар ниндәйҙер кимәлдә дәүләт ярҙамына ла өмөт итә ала.
Әммә проектта ҡатнашыу өсөн шарттар ҙа бар: мәҫәлән, Бр Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов белдереүенсә, резидент йылына 400 миллион һумдан ашыу табыш алырға, эшкәртеү, ауыл хужалығы, транспорт, төҙөлөш йә иһә сауҙа тармағында эшмәкәрлек алып барырға тейеш. Бынан тыш, бизнеста сит ил вәкилдәре лә ҡатнашһа, уларҙың өлөшө 50 проценттан артмаһын.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты конкурентлыҡ һәләтен, производство күрһәткесен арттырыуҙа ҙур өлөш индерә. Был проект Башҡортостан ерлегендә уңышлы эшләп килә, - тип белдерә Рөстәм Моратов.
Әйткәндәй, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект "Повышение производительности труда и поддержка занятости") Владимир Путиндың “май” указына ярашлы булдырылды һәм уның сиктәрендә 2024 йылға хеҙмәт етештереүсәнлеген биш процентҡа арттырырға тигән маҡсат ҡуйылды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан