Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәүҙәге Федераль компетенциялар үҙәгендә һаҡсыл етештереү тренерҙарын әҙерләү һәм сертификатлау тамамланды. Башҡортостандың хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәгенән ике хеҙмәткәр программаны уңышлы үҙләштереү тураһында документ алды. Был турала республика иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов хәбәр итте.
– Тренерҙарҙы сертификатлау – бик яуаплы бурыс. Уның өсөн һаҡсыл етештереү өлкәһендәге тәрән белемдән тыш, бай практик тәжрибә кәрәк. республика үҙәге хеҙмәткәрҙәре Альберт Кәлимуллин менән Александр Кукушкин үҙ компетенцияларын раҫланы һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашҡан предприятиеларҙа тренингтар үткәрергә, белеме менән уртаҡлашырға әҙер, – тине ул.
Тренерҙарҙы онлайн тәртибендә баһаланылар. Уларға интерактив лекцияның йөкмәткеһе, төркөм менән эш итеү, визуализация сараларын файҙаланыу, предметҡа экспертиза, презентациялар үткәреү оҫталығы өсөн балл өҫтәлде.
Мәғлүм булыуынса, төбәк компетенциялар үҙәге хеҙмәткәрҙәре белемен даими камиллаштыра. Киләһе ошондай сара 19 – 21 декабрҙә була. Әле Республика үҙәк комиссияһы эксперттарыБашҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙың 1800-гә яҡын хеҙмәткәрен уҡытҡан.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ogni-agideli.ru
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/365593#scroll