Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Декабрь 2022, 12:15

Хәйбуллала хәләл ризыҡ магазины асыла

Ошо көндәрҙә Гөлнара Ҡадаева тәҡдим иткән проектты ҡаранылар

Хәйбуллала хәләл ризыҡ магазины асыла
Хәйбуллала хәләл ризыҡ магазины асыла

Хәйбулла районы хакимиәтендә район башлығы Рөстәм Шәрипов тарафынан аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә үткәрелгән Координация советы ултырыштары Хәйбуллала йүнселлекте үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) менән билдәләнгән күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелә.

Хәйбулла районы хакимиәтенән  хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә уҙғарылған ултырышта Гөлнара Ҡадаева тәҡдим иткән проект ҡаралды. Ул хәләл ризыҡтар магазины асырға ниәтләй. Проекттың маҡсаты – ваҡ сауҙа объектын асыуға бәйле сығымды ҡаплау өсөн инвестиция йәлеп итеү. Уны тормошҡа ашырыу өсөн социаль килешеү нигеҙендәге адреслы ярҙам йүнәлеше буйынса аҡсалата ярҙам кәрәк. Проектты тикшереү һөҙөмтәһендә бер нисә ҡарар ҡабул ителде, ошо эште көйләгән хеҙмәттәргә күрһәтмә бирелде, шулай уҡ бурыстарҙың үтәлеше буйынса отчет тыңланды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/365981#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: