Форумда Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы 2022 йылдың эш йомғаҡтары буйынса һөҙөмтәлелелек баһаһы рейтингы лидерҙарын иғлан итте.
Еңеүселәргә наградалар тапшырыусы Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы советы рәйесе Артем Метелев билдәләүенсә, йыл ябай булмаған, ләкин төбәктәрҙә ирекмәнлек хәрәкәте эше һүлпәнәймәгән.
"Командаға рәхмәт! Көндәлек эшегеҙ, батырлығығыҙ, һәр хәлдә лә көслөрәк булырға әҙер булыуығыҙ өсөн", - тине ул ирекмәндәргә.
Форум “Манеж” үҙәк күргәҙмә залы нигеҙендәге Йәштәр йортонда үтте. Унда барлыҡ Рәсәйҙән һәм донъяның 45 иленән ун мең тирәһе ирекмән йыйылды. Башҡортостандан 20 кеше килде, улар – республиканың ирекмәндәр хәрәкәте лидерҙары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре, социаль эшҡыуарҙар, контент авторҙары.
Ирекмәндәр форумда үҙҙәрен эш менән күрһәтә алды: хәрби хеҙмәттәгеләргә видеомөрәжәғәт яҙҙырҙы, ҡан доноры була алды йәки һөйәк мейеһе донорының федераль реестрына яҙылды. Ә Башҡортостан делегацияһы үҙе менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн шыршы, шулай уҡ ойоҡбаштар килтерҙе. Уларҙы Иглин районының “көмөш” ирекмәндәре бәйләне, һәр береһенең эсенә бүләктәр һалынды.
Форумдың төп ваҡиғаһы #МЫВМЕСТЕ халыҡ-ара премияһын тапшырыу булды. Финалсылар рәтенә автор йырҙарын башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшиндың инклюзив проекты инде. Ул 2021 йылда старт алғайны. Ирекмәнлек проекты сиктәрендә йырсы коллегалары менән республиканың 36 коррекция мәктәбендә булып, һаулыҡ мөмкинлеге сикле өс меңдән ашыу балаға йырҙар йырланы.
"Көн һайын башҡаларҙы дәртләндереп тороусы ирекмәндәребеҙ артабан да арымаһын, көс-ҡеүәттәре кәмемәһен ине. Был мәсьәләне республика кимәлендә лә хәл итәбеҙ. Ирекмәнлеккә ярҙам саралары күберәк булһын өсөн ваҡ ҡына аҙымдар менән булһа ла алға барабыҙ. Делегациябыҙҙың яңы ҡаҙаныштар, идеялар менән ҡайтыуын көтәбеҙ", - тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Халыҡ-ара форум “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә барҙы. Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
DOBRO.RU порталында Башҡортостандан 70 мең ирекмән теркәлгән. Уларҙың биш меңдән ашыуы - әүҙемселәр, улар мөһим ижтимағи сараларҙа даими ҡатнаша. Координаторҙары - Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарына ярҙам үҙәге.
Фото: gtrk.tv