Республиканың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры кәңәшсеһе Миҙхәт Хәсәнов Талбазыла “Балыҡтарҙы һәләк булыуҙан ҡотҡарабыҙ” тигән акция үткәрҙе.
Был акция муниципалитетта даими уҙғарылып килә. Ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл арта – балыҡсылар, ирекмәндәр, ғаиләләр, мәктәп уҡыусылары, урындағы хакимиәт вәкилдәре. Эколог етәкселегендә унда ҡатнашыусылар һыуҙа кислород күбәйһен өсөн боҙҙа мәке уя һәм ул урында һыу тиҙ туңмаһын өсөн үҙенсәлекле технология ҡуллана: ҡоро ботаҡтар һалып ҡаты ҡар менән ҡаплайҙар. Ошолай эшләгәндә, уның аҫтындағы һыу туңып бармай.
"Беҙҙең күлдәрҙең күләме ҙур түгел. Ылымыҡтар ҡышҡы осорҙа кислородҡа ихтыяжды ҡапламай. Етмәһә, һыу аҫтындағы бер йыллыҡ үләндәр серей башлай һәм ағыулы газдар бүлеп сығара. Балыҡ тонсоға. Балыҡтар һәләк булмаһын өсөн ошондай акция уҙғарабыҙ. Ҡышын бындай һауа ванналары балыҡтар өсөн үтә мөһим", - тине эколог.
Әүҙемселәр был көндә күлгә урындағы эшҡыуар Ирек Иҫәнғолов алған тиҫтәләгән аҡ табан балығы селбәрәләрен ебәрҙе. Миҙхәт Хәсәнов яҡташтарына киләсәктә балыҡтарҙы һәләк булыуҙан ҡотҡарыу бурысын үҙ ҡулдарына алыуҙарын һораны.
"Талбазыла уникаль күренеш күҙәтелә. Һыҙатында бушлай балыҡ тоторға мөмкин булған берҙән-бер район үҙәге ул. Барыһының да быны ҡәҙерләмәүе бик йәл. Беҙҙең акцияла күберәк кешеләрҙең ҡатнашыуын теләйем. Бының өсөн яңы сараларҙы көтөп тороу кәрәкмәй. Ял көндәрендә лә боҙға сығырға мөмкин. Әгәр һеҙ балыҡсы икән, мәкеләрегеҙҙе туңмай торған итеп эшләгеҙ. Был ҙур ауырлыҡ тыуҙырмаҫ", - тип мөрәжәғәт итте урындағы халыҡҡа һыу фаунаһын ойоштороусы.
Артабан ул райондың башҡа һыу ятҡылыҡтарына юлланды. Кешәнне ауылындағы быуаға һәм Ауырғазы йылғаһына ла селбәрәләр ебәреүен хәбәр итте “Ауырғазинский вестник” гәзите.
Акция “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектына ярашлы уҙғарыла. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: gtrk.tv