Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Декабрь 2022, 09:00

Йәш ғаиләләр өсөн конкурс

Шарттары - яҙмала.

Йәш ғаиләләр өсөн конкурс
Йәш ғаиләләр өсөн конкурс

Республика йәштәр конкурсында ҡатнашыуға  ғаризаны 35 йәштән өлкән булмаған атай-әсәйҙәр бирә ала, тип хәбәр итә Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты.

"Бар нәмәгә нигеҙ ғаиләлә һалына – йолаларға ла, ҡиммәттәргә лә. Йәмғиәтебеҙ, дәүләтебеҙ өсөн нимә таяныс булыуы тураһында әйтеү, тәжрибә менән уртаҡлашыу бик мөһим. Республика йәштәр психологик үҙәге менән берлектә күптәр өсөн ғәҙәти булған конкурсҡа “Ғаилә – дәүләт нигеҙе” тигән исем бирҙек", - тип һөйләне ведомство етәксеһе Яна Гайдук.

Конкурс бер нисә номинацияны күҙаллай: “Ғаилә ҡороу”, “Мин ғорурланам” (ғаилә ағзаларының батырлығы һәм ҡаҙаныштары), “Беҙҙең йолалар”, “Беҙҙең ял”, “Беҙ барлыҡҡа килтерәбеҙ” (ғаилә бизнесе йәки проекты, ирекмәндәр эшмәкәрлеге, мәрхәмәтлек).

Конкурста ҡатнашыу өсөн видеоролик төшөрөп, анкета тултырып ебәрергә кәрәк.

Эксперттар иң яҡшы ун эште һайлап ала. 13 декабрҙән 15-енә тиклем дәүләт комитеты берләшмәһендә онлайн-тауыш биреү үтәсәк, унда махсус призға лайыҡ булыусылар һайлап алына. Ә 19 декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала.

Әйтергә кәрәк, конкурс “Мәғариф” милли проектының (национальный проект "Образование") “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә. Ул иһә илебеҙ Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Был саралар йәштәрҙе әүҙем эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә, яңы белем һәм оҫталыҡ алыуға, ирекмәнлекте, мәрхәмәтлелекте үҫтереүгә йүнәлтелгән. 

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: