Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Декабрь 2022, 10:00

Ҡатмарлы диагнозлы балаларҙы дауалау өсөн

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн рапевтик продукция исемлеге киңәйтелде.

Ҡатмарлы диагнозлы балаларҙы дауалау өсөн
Ҡатмарлы диагнозлы балаларҙы дауалау өсөн

2023 йылда инвалид балалар өсөн дауаланыу аҙыҡтары исемлеге туғыҙ позицияға киңәйәсәк. Бойороҡҡа Хөкүмәт Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Яңыртылған исемлектә бөтәһе 103 предмет бар. Атап әйткәндә, унда май кислоталары алышыныуы боҙолған, фенилкетонурия, муковисцидоз менән ауырығандар өсөн дауаланыу туҡланыуы өҫтәлә.

Һирәк осраған сирҙәрҙән яфаланған балаларға дауаланыу туҡланыуы продукттары кәрәк. Нигеҙҙә, был махсуслаштырылған шыйыҡ һәм ҡоро ҡатнашмалар. Уларҙы федераль бюджет иҫәбенә һатып алалар, һуңынан дауалаусы табип рецепты буйынса бушлай бирәләр. Уларҙың исемлеге йыл һайын Һаулыҡ һаҡлау министрлығының медицина генетикаһы буйынса штаттан тыш баш белгес ҡатнашлығында махсус комиссияһы тарафынан ойошторола. Һуңынан документ Хөкүмәт тарафынан раҫлана.

Мәсьәлә 8 декабрҙә Хөкүмәт ултырышында тикшерелде.

"Был махсуслаштырылған аҙыҡ бик ҡатмарлы диагноз ҡуйылған кескәй пациенттарҙы үҫтереү һәм дауалау өсөн кәрәк", — тине Михаил Мишустин һәм бөтә төбәктәрҙә лә балаларҙы ошондай аҙыҡ менән тәьмин итеү буйынса эштең һөҙөмтәле ойошторолоуын ентекле күҙәтеүҙе һораны.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын (национальный проект "Здравоохранение") тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Фото: f-sma.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлназ Салауатова
Читайте нас: