Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Декабрь 2022, 14:30

Канализация һалыу тамамланған

Көньяҡ Затонда 8,5 миллион квадрат метр майҙанда торлаҡ төҙөү планлаштырыла, унда 283 мең кеше йәшәйәсәк.

Канализация һалыу тамамланған
Канализация һалыу тамамланған

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы төбөнә канализация һалыу тамамланған.

Коллектор линияларының дөйөм оҙонлоғо 27,6 километр тәшкил итәсәк. Эш өсөн 3,9 миллиард һум һалынған. Төҙөлөшкә аҡса ҡала, республика һәм ил бюджеттарынан бүленгән. Объектты 2023 йылдың октябрь аҙағына файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

Бер километр оҙонлоҡтағы йылға кисеүе төбөндә эш алып барыу - иң ҡатмарлы этаптарҙың береһе. Бының өсөн участкаға махсус ҡорамалдар килтерелә, гидромониторҙар ҡуйыла, траншеялар әҙерләнә. 

Яңы коллектор төҙөү — Өфөлә иң ҙур инфраструктура проекттарының береһе. Көньяҡ Затон биҫтәһе "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Стимул" федераль программаһына индерелгән. Президент Владимир Путиндың инициативаһы менән башланған милли проект торлаҡ төҙөлөшө темпын ҡырҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота. Мәҫәлән, Көньяҡ Затонда 8,5 миллион квадрат метр майҙанда торлаҡ төҙөү планлаштырыла, унда 283 мең кеше йәшәйәсәк.

Бындай эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына (национальный проект "Жилье и городская среда) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ".

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлназ Салауатова
Читайте нас: