Балаҡатай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин менән Яңы Балаҡатай ауылы хакимиәте башлығы Галина Ширяева “Империя” кафеһында булды. Уны ошо көндәрҙә яңы эш башлаған йүнсел Ринат Ғарипов асҡан.
“Быйыл яҙ район үҙәгендә йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһын асыу теләге тыуҙы, тиҙ генә бина табып, күптән түгел генә ябылған төҙөлөш материалдары магазинын ҡуртымға алдым. Унда капиталь ремонт яһаным, залды йыһазландырҙым, диско-зал астым, ҡорамалдар, йыһаз һатып алдым, хеҙмәткәрҙәр тупланым. Әле кафе эшкә тулыһынса әҙер. Бында 60 урын бар, хаҡ уртаса. Өҫтәмә рәүештә байрам саралары, корпоратив кисәләр, туйҙар һәм башҡа тантаналар ойоштороу күҙаллана”, – ти эшҡыуар.
Әйткәндәй, объектты асҡанға тиклем йүнселдең инвестиция проекты, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тикшерелеп, уға мәғлүмәти, консультация ярҙамы күрһәтергә ҡарар ителгәйне.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info