Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙна районда ГТО нормативтарын тапшырыу йәһәтенән көсөргәнешле булды. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” проектына ярашлы ойошторолдо.
“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 1-се урта мәктәптең өс класы норматив тапшырҙы. Унда 56 уҡыусы һәм алты судья ҡатнашты. Иртәгәһенә 3А һәм А кластары майҙан тотто, норматив тапшырырға әҙерләнде. Киләһе йылдың беренсе кварталында судьялар уҡыусылар өсөн контроль эш уҙғара.
Аҙна судьяларҙың Асҡындағы 2-се балалар баҡсаһына сәфәре менән тамамланды. Унда алты йәше тулған сабыйҙарҙан торған ике төркөм һынау тотто. Нормативтарҙы “Батыр” комплексынан өс судья балалар баҡсаһының физик культура уҡытыусыһы менән берлектә ҡабул итте. Йәмғеһе 33 бала норматив тапшырҙы.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: askino.bashkortostan.ru