Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Декабрь 2022, 14:15

Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ

1 марттан тағы кемдәр газ селтәрҙәренә бушлай тоташтырыласаҡ?

Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ
Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ

Рәсәй Хөкүмәте социаль газификациялау программаһын киңәйтте. Ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Хөкүмәт социаль газификациялау программаһын мөҙҙәтһеҙ итте һәм хәҙер медицина, белем биреү ойошмалары ла газ бүлеү селтәрҙәренә бушлай тоташтырыласаҡ. Был хаҡта Хөкүмәт сайтында хәбәр ителгән һәм Хөкүмәт Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған Ҡарарға һылтанма яһалған.

 – Һүҙ газ үткәрелгән тораҡтарҙағы балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар, дауаханалар, фельдшер-акушерллыҡ пункттары, дөйөм практика табиптары бүлексәләре тураһында бара. Документтан күренеүенсә, бындай ойошмаларға ер участкаларына тиклем газ үткәргән һәм бинаны газ бүлеү селтәренә тоташтырған өсөн аҡса түләргә тура килмәйәсәк,  – тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Ошо уҡ ҡарар менән социаль газификациялау программаһы оҙайтыла. Уға ярашлы, граждандарҙың йорттарына газ индереләсәк. Шулай итеп, хәҙер был программаның ваҡыты сикһеҙ. Был күп кенә кешеләргә йорттары урынлашҡан участкаларын “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.

Әйткәндәй, газ үткәреп бөтөү программаһы “зәңгәр яғыулыҡ” булған биләмәләрҙәге йорттарға ҡағыла. Өҫтәүенә, газ үтергә тейешле өй кешеләрҙең үҙ милкендә йәки шәхси, ғаилә, йорт һәм башҡа мохтажлыҡ менән бәйле хоҡуҡта булырға, эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнмәҫкә тейеш.

Был осраҡта газ үткәргесте ер участкаһына тиклем бушлай үткәрәләр. Газификациялау тигәндә, һаулыҡ һаҡлауҙың дәүләт һәм муниципаль системаһының лицензияһы булған медицина ойошмаларына ҡараған фельдшер һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, дөйөм практика табиптары кабинеттарын (бүлексәләрен), табип амбулаторияларын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу күҙаллана. Ошо күрһәтелгән капиталь төҙөлөш объекттары өсөн газды йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланырға мөмкин. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын томошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: bashinform.ru

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: