Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы нур диагностикаһы бүлексәһенә “Ренекс-Ф5000” флюорография аппараты алды. Ҡорамалды урынлаштырыу өсөн биналағы кабинетҡа капиталь ремонт үткәрелде, санитар-эпидемиологик һығымталарҙы рәсмләштереү өсөн тейешле документтар алынды. Ниһайәт, 23 ноябрҙән ҡорамалда даими тикшереүҙәр үткәрелә башланы. Табиптарҙың әйтеүенсә, көнөнә уртаса 26 флюорография тикшереүе уҙғарыла.
Әле яңы аппаратта 450 тикшереү үткәрелгән.”Яңы флюорографтың төп өҫтөнлөгө – эш режимының тулыһынса автоматлаштырылған булыуы, һүрәттәрҙең яҡшы сифатлылығы һәм пациентҡа нур көсөргәнешенең аҙлығы, - тип билдәләне дауахананың баш табибы Рәзидә Ғатауллина. – Рентген тикшеренеүҙәре тиҙлеге лә юғары”
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.