Башҡортостан төҙөүселәре торлаҡ-биналарҙы төҙөгәндә, объекттарҙы төҙөүгә һәм файҙаланыуға тапшырғанда рөхсәт биреү өлкәһендәге процедураларҙың һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы белгестәре район хакимиәттәре менән берлектә республиканың төҙөлөш комплексындағы 21 субъекттың инвестиция эшмәкәрлеген тикшергән.
- Яуаптар һөҙөмтәләренә ҡарағанда, барлыҡ респонденттар ҙа төҙөлөштә муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса процедуралар һөҙөмтәлелегенә юғары баһа бирҙе, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – Төҙөүселәр-инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу һәм административ кәртәләрҙе кәметеү – төм маҡсатыбыҙ. Һөҙөмтәлә кешеләрҙең уңайлы тормошон барлыҡҡа килтереүгә йүнәлтелгән проекттар тормошҡа ашырыла.
Сарала быйыл октябрь-ноябрь айҙарында ошондай хеҙмәттәрҙән файҙаланған респонденттар ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте. Улар инвесторҙарҙың дәүләт ярҙамы сараларын белеүгә ҡоролған һорауҙарға яуап бирҙе.
Мәғлүмәт алыу мөмкинлеген, тиҙлеген, күрһәтелгән хеҙмәт сифаты, уны электрон төрҙә ҡулланыу һәм башҡаларҙы баһаланылар. Бындай саралар иһә төҙөлөш тармағының йылдам үҫешенә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: proprikol.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан