Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала уникаль техник операция тормошҡа ашырылды. Ағиҙел йылғаһы буйында ҙур коммуналь объект – “Затон-Көнсығыш” насос станцияһынан ҡала таҙартыу ҡоролмалары майҙансығына тиклем яңы канализация коллекторы өсөн дюкерлы (һыу аҫты) үткәүел ҡороу тамамланды.
Оҙонлоғо 1,05 километр тәшкил иткән үткәүел – төҙөлөштөң өсөнсө һәм иң ҡатмарлы этаптарының береһе. Уға әҙерлек быйыл августа башланғайны. Артабан эш ер өҫтөндә дауам итә. Эш ике сменала бара. Майҙансыҡҡа 80-дән ашыу кеше һәм 20 берәмек техника йәлеп ителгән.
Коллектор линияһының дөйөм оҙонлоғо 27,6 километр тәшкил итә. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы тормошҡа ашырыла. Коллекторҙы киләһе йыл 31 октябрҙән дә һуңға ҡалмайынса сафҡа индереү күҙаллана.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/365450#scroll