Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалаға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн контейнерҙарҙың сираттағы партияһы тапшырылды.
Уларҙы Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектына ярашлы, федераль һәм төбәк бюджеты аҡсаһы иҫәбенә һатып алды.
Республиканың барлыҡ район, ҡалаларына ошо маҡсатҡа ҡаҙнанан 172 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Йәмғеһе 11451, ә Салауат ҡалаһы өсөн 300 контейнер алынды. Төрлө ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар төрлө төҫкә буялған: күге – ҡағыҙ, һарыһы – пластик, ҡыҙылы – быяла өсөн. Был һауыттар СанПиН талаптарына ярашлы йыһазландырылған контейнер майҙансыҡтарына ҡуйыла.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press