Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Декабрь 2022, 14:35

Туймазы районында өс игеҙәк тыуған!

Луиза, Рузана һәм Самир исемле сабыйҙар өйҙәренә ҡайтҡан.

Туймазы районында өс игеҙәк тыуған!
Туймазы районында өс игеҙәк тыуған!

Туймазы районында йәшәгән бәхетле әсә бер юлы өс игеҙәк тапҡан. Ике ҡыҙ һәм улға ғүмер биргән ата-әсәнең быға тиклем бер балалары булған. Хәҙер улар күп балалы ғаиләләр сафын арттырған.

Әүәзовтар яңы тыуған балаларына Луиза, Рузана һәм Самир тип исем ҡушҡан.

Беҙ ҙә йәш ғаиләне ихлас ҡотлайбыҙ һәм сабыйҙарының һау-сәләмәт, ата-инәле булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ.

Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү буйынса эш ил Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.

Фото:imenno.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: