Өфөлә Урта профессиональ белем биреү буйынса республика советы ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу йылына йомғаҡ яһаны.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика Хөкүмәте тарафынан урта һөнәри белемгә ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында һөйләне.
Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, уҡыу йортонда 50 йыл эсендә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Быйыл колледжға урта матди-техник базаны ярайһы уҡ яңыртырға мөмкинлек биргән аҡса бүленгән.
«Быға тиклем тиҫтә йылдар дауамында беҙ бындай мөнәсәбәттәрҙе тойманыҡ. 2022 йылда, һөнәри белем биреүҙе яңыртыу йылына ярашлы, уҡыу корпусын, оҫтаханаларҙы ремонтланыҡ, тәҙрәләрҙе яңырттыҡ, бинаның ҡыйығын, электр сымын алмаштырҙыҡ, башҡа эске эштәрҙе башҡарҙыҡ. Беҙ республика етәкселеге һәм Мәғариф министрлығы яғынан даими иғтибар тоябыҙ», - ти Илдус Зәйнуллин.
Ағымдағы йылда 11 дәүләт ҡарамағындағы колледжға һәм ятаҡтарға капиталь ремонт үткәреү өсөн Башҡортостан бюджетынан 463,1 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән. Был эштәр ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) һәм “Фән” (национальный проект “Наука”) ҡуйған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға туранан-тура булышлыҡ итә.
Фото: sun9-64.userapi.com
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан