Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Декабрь 2022, 12:25

Һабантуй майҙаны яңыса төҫ алды

Хәҙер биләмәне 40 лампа яҡтырта.

Һабантуй майҙаны яңыса төҫ алды
Һабантуй майҙаны яңыса төҫ алды

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ауырғазы районының Талбазы ауылында ҡасабаның көньяғында урынлашҡан ялан тәртипкә килтерелде. Был биләмә һабантуй үткәреү өсөн файҙаланыла.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы бында йүгереү юлы һалынған, төрлө спорт, шул иҫәптән волейбол майҙансыҡтары асылған.

Объектта яҡтыртҡыстар, ҡойма, ҡапҡалар ҡуйылған. Йүгереү юлына асфальт түшәлгән, бәләкәй футбол, воркаут, волейбол, көрәш өсөн трибуналы спорт майҙансыҡтары йыһазландырылған. Уларға башлыса резина япма, ә волейболдыҡына ҡом түшәлгән. Йәйәүлеләр юлы ла тәртипкә килтерелгән. Төҙөүсе эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары, юл һәм урман буйлап электр бағаналары ҡуйған. Хәҙер һабантуй майҙанын 40 лампа яҡтырта.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: house.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/369855#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: