Был аҙнала Өфөлә халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтарының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫарҙары – бизнес-шәрифтәр өсөн стратегик сессия үтте.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған сара бизнес-шәрифтәргә федераль закон менән регламентланған контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеге тураһында ҡануниәттәге үҙгәрештәр тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелде. Шул иҫәптән иҫкәртеү сараларын үткәреү процесын аңлаттылар, уларҙың бурысы - тикшереүсе органдар тарафынан ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау буйынса кәңәштәр биреү.
– Бизнес-шәрифтәргә даими рәүештә яңы белем алыу мөһим, был уларға эшҡыуарҙар менән үҙ-ара һөҙөмтәлерәк эшләргә ярҙам итә. Төбәк муниципалитеттары кимәлендә эшҡыуарҙарға контроль-күҙәтеү органдары яғынан уларҙың эшмәкәрлегенә талаптар тураһында мәғлүмәт биреү буйынса эште ойошторорға кәрәк. Был бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына административ баҫым хәленән ҡотолоу мөмкинлеген бирәсәк. Стратегик сессияла ҡатнашҡандарға уңышлы эшләүен һәм, әлбиттә, тәжрибә уртаҡлашыуын теләйем, сөнки был аралашыу өсөн дә майҙансыҡ, – тине, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Стратегик сессия махсус тикшереүҙәр темаһына арналған эшлекле уйын төрөндә үтте. Командаларҙа эшләп, бизнес-шәрифтәр яңы эш башлаған эшҡыуарҙар ролендә законлы махсус тикшереүҙәрҙе, шулай уҡ контроль-күҙәтеүселәр файҙаһына алдан бындай тикшереүҙәрҙән баш тартҡан эшҡыуарҙарҙың насар хәлгә тарыуын баһаланы. Сарала шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы, Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Башҡортостан прокуратураһы, Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Белешмә:
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы 2018 йылда раҫланған һәм башланғыс тәҡдимдән алып экспортҡа сығыуға тиклем уның бөтә үҫеш этаптарында эшҡыуарҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Милли проект сиктәрендә Башҡортостанда өс төбәк проекты тормошҡа ашырыла: “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау”, “Үҙмәшғүлдәргә булышлыҡ итеү” һәм “Акселерация алды”. Быйыл Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ингән сараларҙы тормошҡа ашырыуға 644,5 миллион һум күләмендә, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 599,4 миллион һум, төбәк бюджетынан 45,1 миллион һум аҡса ҡаралған.
2024 йылға милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе: бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һанын, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙарҙы, бөтә ил буйынса – 25 миллион кешегә тиклем, ә Башҡортостанда 506,8 мең кешегә тиклем арттырыу.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: biznestur.bashkortostan.ru.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан