Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Декабрь 2022, 08:15

Ҡалаларҙың йөҙө үҙгәрә

Башҡортостанда 130 йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелде  

Ҡалаларҙың йөҙө үҙгәрә
Ҡалаларҙың йөҙө үҙгәрә

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙ биләмәһендә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамы менән (национальный проект “Жилье и городская среда”) 126 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү тамамланды.

-Башҡортостанда быйыл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы буйынса 126 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерҙек. Айырым әйткәндә, 45 парк һәм скверҙар, 17 яр буйы биләмәләре, ете майҙансыҡ, 15 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеялар, шулай уҡ башҡа йәмәғәт биләмәләре , - тиелә профилле республика министрлығы яҙмаһында.

Мәҫәлән, Үрге Ҡыйғыла милли проект буйынса былтыр яңыртылған үҙәк майҙан эргәһендәге йәйәүлеләр урамы төҙөкләндерелде. Шулай уҡ Йылайыр ауылында быуаның яр буйы яңы төҫ алды. Проект буйынса подрядсы пирс майҙансығын тулыһынса яңыртты, эскәмйәләр, өҫтәл һәм ултырғыстар менән ике беседка, кейенеп-сисенеү урыны һәм башҡа объекттар төҙөкләндерелде. Матурланған яр буйы ауыл халҡының яратҡан урындарының береһе.  

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхите уңайлылығын күтәреү. Үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләндереү буйынса һорауҙарҙы хәл итеүгә граждандарҙы ла йәлеп итеү бурысын ҡуя ул. Бынан тыш милли проекттың төп күрһәткестәренең береһе – йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу һәм һәр йыл 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.  

фото: Башинформ.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: