Мәләүез районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, райондың дүрт ауыл мәктәбендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Үҫеш нөктәһе” программаһы буйынса тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге үҙәктәр асылды. “Заманса мәктәп” төбәк проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Смаҡ, Восточный, Һамар-Ивановка һәм Александровка мәктәптәрендә биология, химия, физика кабинеттары яңыртылды.
Был кабинеттар күптән ремонтҡа мохтаж ине. “Үҫеш нөктәһе” программаһы ярҙамында улар тулыһынса ҡайтанан йыһазландырылды. Хәҙер уҡыусыларҙың заманса лабораториялары, ғилми тәжрибәләр өсөн ҡорамалдары һәм ҡулайламалары бар. Быларҙың барыһы ла һанлы, тәбиғи-фәнни, техник һәм гуманитар йүнәлештәге төп һәм өҫтәмә белем биреү программаларын үҙләштереү, яңы уҡыу һәм тәрбиә алымдарын ғәмәлгә индереү, уларҙы камиллаштырыу мөмкинлеген бирә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info