Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Декабрь 2022, 13:45

Дүртөйлөлә тәгәрмәсле ҡоймаҡхана асалар

Әле уны урынлаштырыу өсөн урын һайлайҙар

Дүртөйлөлә тәгәрмәсле ҡоймаҡхана асалар
Дүртөйлөлә тәгәрмәсле ҡоймаҡхана асалар

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тәгәрмәсле ҡоймаҡхана асыу идеяһы ҡаралды.

Тәгәрмәсле кафе фаст-фуд әҙерләү өсөн махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм “ризыҡты үҙең менән ал” принцибы буйынса эшләгән тағылманы тәшкил итә.

“Тәгәрмәсле киоск – бизнестың перспективалы төрө. Баҙарҙа был сегмент әле тулып етмәгән, киләсәктә ул киңәйәсәк кенә. Стрит-фуд асыу өсөн ҙур сығым кәрәкмәй, ә килем эш башлас та килә башлай. Иң мөһиме – уңайлы урын, яҡшы ашнаҡсы табыу, дөрөҫ хаҡ сәйәсәтен билдәләү”, – тине яңы эш башлаған йүнсел.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар был идеяны хупланы һәм йәш эшҡыуарға тәгәрмәсле ҡоймаҡхананы урынлаштырыу өсөн урындар тәҡдим итте.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: durtuli.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/370279#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: