Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда үҙ эшен асҡан йүнселдәргә бар яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Эльвира Хәйретдинова тоҙ бүлмәһе асыу идеяһы менән ике тапҡыр “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Тәүҙә эшмәкәрлеген теркәү буйынса һорауҙарына яуап алһа, һуңынан ниндәй статус (шәхси эшҡыуарлыҡ йәки үҙмәшғүллек) һайларға, проектты ҡайҙа һәм нисек тормошҡа ашырырға кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса аныҡ кәңәштәр бирелә.
Консультация ярҙамы, инициатива һәм уңышҡа ышаныс үҙ эшен башҡара. “Тоҙ мәмерйәһе” үҙ ишеген аса. Бүлмә галокамера принцибы буйынса эшләй. Бында килгән һәр кем ҡәнәғәт ҡала.
Галотерапия көсөргәнештән арындыра, һаулыҡты нығыта, эшкә һәләтлелекте күтәрә, үпкәне таҙарта. Тоҙ бүлмәһендә һәр кем рәхәтләнеп диңгеҙ һауаһын һулай ала.
“Тормошта иң мөһиме – әлбиттә, һаулыҡ. Хыялым тормошҡа ашты – “Тоҙ мәмерйәһе” эш башланы. Килеүселәрҙең йөҙөндәге йылмайыуы, йылы һүҙе минең өсөн айырыуса ҡәҙерле”, – ти Эльвира Фаил ҡыҙы.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һәр кем ҡатнаша ала. Ғаризаларҙы Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталына ебәрергә, шулай уҡ район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото:kupeliru.ru
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан