Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Декабрь 2022, 14:30

Мәскәүҙә туған тел уҡытыусыларының съезы үтте

Унда Башҡортостан Республикаһының эш тәжрибәһе лә күрһәтелде.

Мәскәүҙә туған тел уҡытыусыларының съезы үтте
Мәскәүҙә туған тел уҡытыусыларының съезы үтте

Мәскәүҙә ватан мәғарифы тарихында тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған тел уҡытыусыларының бөтә Рәсәй съезы үтте. Съезды ойоштороусылар булып Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәр федераль институты сығыш яһаны.

Съезд эшендә илдең 75 төбәгенән 280 делегат, шул иҫәптән Донецк Халыҡ Республикаһынан һәм Запорожье өлкәһенән уҡытыусылар ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында съезд эшендә мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалия Сафиуллина, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әлфиә Әбделмәнова, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө Полилингваль күп профилле мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнар Ғималова һәм Борай районы Борай ауылының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы Ләйсән Муллағәлиева ҡатнашты.

Пленар ултырышта Башҡортостан, Татарстан, Алтай, Бүрәт, Саха (Яҡут), Ингушетия, Төньяҡ Осетия - Алания, Карелия республикаларының эш тәжрибәһе күрһәтелде. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева республиканың милли мәғариф системаһы хаҡында һөйләне.

«Туған телдәрҙе өйрәнеү йәһәтенән мәғариф өлкәһендә норматив-хоҡуҡи базаны үҫтереү» тематик майҙансығында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Розалия Рәсих ҡыҙы Сафиуллина сығыш яһаны.

Съезда ҡатнашыусылар өсөн шулай уҡ туған телдәрҙе уҡытыу һәм өйрәнеүҙең иң яҡшы практикалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Башҡортостан Республикаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары «ЯКласс» платформаһында башҡорт теле», «Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы буйынса «GeoLink Илгиҙәр» мультимедия уйыны» кеүек инновациялы тәжрибә өлгөләре менән таныштырҙы.

Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: