

«Экология» милли проекты ярҙамында Салауат ҡалаһына сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 300 контейнер алынған. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр.
Төбәктең муниципаль райондары һәм ҡала округтары өсөн бөтәһе 11,4 меңдән ашыу контейнер һатып алынған. Улар төрлө төҫтәргә буялған: күктәре – ҡағыҙ, һарылары – пластик, ҡыҙылдары быяла өсөн тәғәйенләнгән. Һатып алынған контейнерҙар СанПиН талаптарына ярашлы йыһазландырылған махсус майҙансыҡтарҙа ҡуйыла.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһында икенсел сеймалдан продукция етештереүгә махсуслашҡан предприятиелар бар. Мәҫәлән, халыҡ яңы контейнерҙарға йыйған быяланан «Салауатбыяла» компанияһы быяла һауыттар, тәҙрә һәм фасад конструкциялары, витриналар, мансарда тәҙрәләре, балкондар, лоджиялар һәм ишектәр өсөн быяла етештерәсәк.
«Экология» милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә һауаның бысраныу кимәлен кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылдан, ил башлығының май указдарына ярашлы, тормошҡа ашырыла башланды.
Фото: orenburg.media
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан