Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Декабрь 2022, 09:30

Шишмәләр хәҙер үҙҙәрендә кино ҡарай!

Үҙ ваҡытында Шишмәлә "Йәшлек" тип аталған кинотеатр була, шуға күрә өлкән быуын элекке исемде ҡалдырырға ҡарар иткән. 

Шишмәләр хәҙер үҙҙәрендә кино ҡарай!
Шишмәләр хәҙер үҙҙәрендә кино ҡарай!

Шишмә район мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатында заманса кинозал төҙөкләндерелде.

Кинозалды асыу мәлен шишмәләр ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Хәҙер яңы киноларҙы ҡарау өсөн Өфөгә барыу мотлаҡ түгел. Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров әйтеүенсә, был башланғысты «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы «Мәҙәни мөхит» федераль проекты ярҙамында тормошҡа ашырыу мөмкин булған. Шишмә районы был программаға биш йөҙ меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа кино күрһәтеү менән шөғөлләнгән ойошмалар араһында һайлап алыу йомғаҡтары буйынса ингән. Конкурсты Рәсәйҙең Кино һәм мәҙәниәт министрлығы фонды уҙғарған. Ағымдағы йылда уға Рәсәйҙең 49 төбәгенән 103 кинозал ингән. Шул иҫәптән Шишмә районы ла грант алыуға өлгәшкән.

Грантҡа ярашлы бүленгән туғыҙ миллион һумға күп каналлы тауыш системаһы, һанлы проектор, экран, әҫәрҙәр серверы һәм башҡа заманса кино ҡорамалдары һатып алынған. Изге эштән район халҡы ла ситтә ҡалмаған, улар кинозалға исем һайлау буйынса һорау алыуҙа әүҙем ҡатнашты. Һөҙөмтәлә күпселек «Йәшлек» тигән атама өсөн тауыш биргән. Үҙ ваҡытында Шишмәлә ошо исемдәге кинотеатр була, шуға күрә өлкән быуын элекке исемде ҡалдырырға ҡарар иткән, күрәһең.

«Районда яңы кинозал асыу идеяһы бер йыл элек барлыҡҡа килде. Һәм Шишмә хакимиәте башлығы ярҙамы менән беҙ уны тиҙ арала тормошҡа ашыра алдыҡ. Хәҙер урындағы халыҡ үҙ районынан сыҡмайынса бөтә кинопремьерҙарҙы ла ҡараясаҡ», - ти Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев.

Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: bash.news

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: