Башҡортостан ил төбәктәре араһында "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты рейтингында алдынғылар иҫәбендә, тип хәбәр итте республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов. Һөҙөмтәләрҙе Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы бөгөн баҫтырып сығарған.
"Республика предприятиеларына мөмкин булған бөтә ярҙамды күрһәтеү – төбәк Хөкүмәтенең мөһим бурыстарының береһе, шуға күрә беҙ барлыҡ ярҙам сараларын ҡулланабыҙ. Был рейтинг төбәктәрҙең милли проектҡа булышлыҡ итеү сараларын ни тиклем киң ҡулланыуын, күпме предприятиеның етештереүсәнлекте биш процентҡа арттырыуын, төбәк коллективтарының һөҙөмтәлелеген, аҡса дисциплинаһын баһалауҙы иҫәпкә алды", – тине Рөстәм Моратов.
Рәсәй лидерҙары исемлегенә бөтәһе 18 төбәк индерелгән. Уларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге ил буйынса уртаса күрһәткестәргә ҡарағанда арта, ярҙам саралары әүҙемерәк ҡулланыла.
"Милли проект экосистема принцибына ҡоролған, унда бөтә элементтар ҙа бер-береһен тулыландыра. Предприятиелар заманса етештереү системаһын булдырыу менән ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ. Топ-менеджерҙарҙы һәм ябай кадрҙарҙы уҡытыуҙың алдынғы программаһы һөҙөмтәһе, ҡорамалдарҙы яңыртыу өсөн арзан кредиттар һәм етештереүҙе һанлаштырыуға ярҙам берләштерелә. Милли проекттың бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып, төбәк үҙенең етештереү мәҙәниәтен сифатлы үҙгәртә ала", — тине Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов.
Әле Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы милли проектты 2024 йылдан һуң да оҙайтыу һәм киңәйтеү буйынса тәҡдимдәр өҫтөндә эшләй. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, туризм, шифахана-курорт ялы, һаулыҡ һаҡлау предприятиелары өсөн проектҡа инеү мөмкинлеген асыу тәҡдим ителә. Ҡарар ҡабул ителһә, милли проектта ҡатнашыусылар һаны ике тапҡырға артасаҡ.
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты заманса етештереү мәҙәниәтен формалаштырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан төбәк компетенция үҙәге белгестәре предприятиеларға эске ресурстарҙы һөҙөмтәлерәк файҙаланырға, ҡорамалдарҙың тулы йөкләнешен тәьмин итергә, дөйөм алғанда, продукция, материалдар, логистика хәрәкәтен оптималләштерергә ярҙам итә.
Белешмә:
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2018 йылғы май указына ярашлы раҫланған һәм 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ, ошо һылтанмаға баҫығыҙ: https://производительность.рф./
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.