Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге балалар музыка мәктәптәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы матди-техник базаны яңыртыу дауам итә. Быйыл Башҡортостандың баш ҡалаһында мәҙәниәт өлкәһен финанслауға федераль, республика һәм ҡала бюджеттарынан 3,1 миллион һум аҡса бүленгән. Ошо аҡсаға 7-се балалар музыка мәктәбе аккордеон, баян, думбыра, кларнет, флейта, валторна, саксофон, торба, шулай уҡ яңы ҡорамалдар, интерактив таҡта һәм уҡыу әсбаптары һатып алды.
– Быйыл беҙҙең мәктәп 60 йыллығын билдәләй. Яңы музыка ҡоралдары юбилейға бик яҡшы бүләк булды. Улар уҡытыусыларыбыҙға һөҙөмтәле эшләргә, балаларға иһә музыка серҙәренә тулыраҡ төшөнөргә мөмкинлек бирә, – тине Өфөнөң 7-се музыка мәктәбе директоры Рәит Ғайсин.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/368466#scroll
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/368466#scroll