Рәсәй Президента Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы, Яңауыл районында физик культура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыла, күмәк спорт үҫтерелә. Физик культураны һәм әүҙем тормошто популярлаштырыу һөҙөмтәһендә спорт менән даими шөғөлләнгәндәр һаны йылдан-йыл арта.
Яңауыл районының “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндәрҙә район һабантуйының саңғы трассаһында эстафета булды. Стартҡа 38 команда баҫты. Сарала тәжрибәле саңғысылар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнашты. Эстафета дистанцияһы бер километр тәшкил итте.
Ярышта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов сәләмләне. Йәштәр һарайы командаһы байрам кәйефе бүләк итте. Сараға киләһе йылдың хужаһы – саңғы кейгән Ҡуян да килгәйне. Ҡыҙыу ярышта етештереү коллективтары араһында “РН-Транспорт” командаһы беренсе урын яуланы.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: vk.com/yunost_yanaul
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/371207#scroll