Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Декабрь 2022, 11:30

Яңы бина, яңы ҡорамалдар

 Капиталь ремонт барышында ла  халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өҙөлмәгән

Яңы бина, яңы ҡорамалдар
Яңы бина, яңы ҡорамалдар

 “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Шаран үҙәк район дауаханаһындағы дүрт ҡатлы терапия корпусына капиталь ремонт үткәрелде. Майҙандарҙың ҙурайыуы һөҙөмтәһендә Шаран ауылы һәм районы халҡына медицина ярҙамы яҡшыртыласаҡ. Әлеге ваҡытта рентген диагностикаһы һәм флюорография кабинеттарында ремонт эше тамамланыуға бара, елләтеү ҡорамалдары ҡуйыла. Дауахананың баш табибы Радик Йәнгиров әйтеүенсә, кабинеттарҙа ремонт тамамланғас та уларҙы ҡорамалдар менән йыһазландырыу башланасаҡ.

 Капиталь ремонт барышында ла  халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өҙөлмәгән.

”Бөтә бүлмәләргә һәм холға яңы медицина ҡорамалдары һәм  йыһаздар алыныуы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине баш табип. – Пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙан тыш, медицина ярҙамы сифатын яҡшыртырға ла бурыслыбыҙ”.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: