Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Декабрь 2022, 10:30

Октябрьскийҙа тегеү цехы асалар

Унда 22 эш урыны булдырыла.

Октябрьскийҙа тегеү цехы асалар
Октябрьскийҙа тегеү цехы асалар

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Октябрьский ҡалаһында аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырыштары үтә. Сираттағы, 47-се “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә, ҡала округында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кейем тегеү цехын асыу проекты ҡаралды.

Әле шәхси эшҡыуар “Аструм” сауҙа үҙәгендә һәм ҡала баҙарында кейем һатыу менән шөғөлләнә. Тиҙҙән ул тегеү цехы ойошторорға ниәтләй. Проект буйынса планлаштырылған инвестиция күләме – биш миллион һум, урындағы халыҡ өсөн 22 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Проектты 2025 йылға тиклем тормошҡа ашырмаҡсылар.

Ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелев проектты хупланы.

– Яңы эш башлаған йүнселдәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ. Белгестәр эшҡыуарға консультация бирҙе, киләһе аҙымдарҙы аңлатты, – тине ул.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: идея-малого-бизнеса-рф

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/371963#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: