Милли проекттар
20 Декабрь 2022, 09:25

Төркиә һәм Латвия беҙҙән мал аҙығы ала

Лабораторияла уның сифаты ныҡлы тикшерелгән.

Төркиә һәм Латвия беҙҙән мал аҙығы алаТөркиә һәм Латвия беҙҙән мал аҙығы ала
Төркиә һәм Латвия беҙҙән мал аҙығы ала

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып республикабыҙҙан 112,3 мең тонналыҡ 1878 партия мал аҙығы экспортҡа оҙатылған. “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы ошондай мәғлүмәттәр менән таныштыра.

Продукция “Элеватор”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, Шишмә май экстракцияһы заводында, Шишмә шәкәр заводында етештерелгән. Бөртөклө көнбағыш шроты һәм сөгөлдөр һығындыһы партиялары Төркиәгә һәм Латвия Республикаһына ебәрелгән. Ошо көндәрҙә улар “ВНИИЗЖ” учреждениеһының Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшереү үтте. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, үҫемлектән яһалған мал аҙығы импортсы илдәрҙең талаптарына яуап бирә.

Мәғлүм булыуынса, был эш илебеҙҙә Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

Әле төбәк агросәнәғәт комплексынан 269,3 миллион доллар күләмендәге тауар экспортҡа оҙатылған. Экспорт структураһында төп өлөштө май продукцияһы биләй, икенсе урында – майлы культураларҙың орлоғо, спирт, бал һәм башҡалар.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: russian.alibaba.com

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/372352#scroll

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас