Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, һүҙ эшҡыуарҙарға үҙ эшен үҫтереү өсөн табышлы шарттарҙа ҡорамалдарҙы ҡуртымға алыу мөмкинлеге биргән программа тураһында бара. Мәҫәлән, Ватан сәнәғәте етештергән ҡорамал өсөн лизинг түләүҙәре баҙар хаҡы буйынса билдәләнгән 15 процент урынына һигеҙ процент ҡына тәшкил итә.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ((национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ) сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башинформ”.