

Кисә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Арыҫлан Мортазинға фатир асҡысы тапшырҙы.
Яңы йыл алдынан ҙур бүләк булған 34,9 квадрат метр майҙанды биләгән Аҡъяр ауылындағы яңы фатирҙа бөтә кәрәкле нәмә - газ, һыу, электр уты үткәрелгән. Хужа өйләнгән, ҡатыны менән ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Арыҫлан быйылрайонда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған граждандар араһынан 11-се булып торлаҡтың законлы хужаһы булды. Әйткәндәй, ағымдағы йылда граждандарҙың ошо категориялары өсөн 12 фатир һатып алыуға аҡса бүленгән.
Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.