Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты лидерҙары төркөмөндә үҙенең алдынғылығын раҫлай. Рәсәй буйынса лидерҙар исемлегенә бөтәһе 18 төбәк ингән. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ошо турала һөйләне.
– Республика предприятиеларына һәр яҡлап булышлыҡ итеү төбәк Хөкүмәтенең мөһим бурыстарының береһен тәшкил итә, шуға күрә бөтә ярҙам алымдарын мөмкин тиклем файҙаланабыҙ. Рейтингта төбәктәрҙең милли проекттың ярҙам сараларын нисек файҙаланыуы, нисә предприятиеның етештереүсәнлекте биш процентҡа арттырыуы иҫәпкә алынған, төбәк командаларының һөҙөмтәлелеге баһаланған, – тине Рөстәм Моратов.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) заманса етештереү мәҙәниәтен булдырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостандағы Төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре бизнесҡа эске ресурстарҙы һөҙөмтәлерәк файҙаланырға, ҡорамалдарҙың тулы ҡеүәтенә эшләүен тәьмин итергә, логистиканы ҡулайлаштырырға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: newgaztech.ru/news
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/373236#scroll