Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Декабрь 2022, 11:30

Һорау алыу дәүләт финанс ярҙамы сараларының һөҙөмтәлелек кимәлен асыҡлай

Һорау алыу 2022 йылдың 30 декабрендә тамамлана.

Һорау алыу дәүләт финанс ярҙамы сараларының һөҙөмтәлелек кимәлен асыҡлай
Һорау алыу дәүләт финанс ярҙамы сараларының һөҙөмтәлелек кимәлен асыҡлай

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс  эшмәкәрлеге министрлығы экспортҡа йүнәлтелгән предприятиеларҙа һорау алыу үткәрә. Ул дәүләт финанс ярҙамы сараларының һөҙөмтәлелек кимәлен, үҫеш министрлыҡтарының эшмәкәрлеген асыҡлауға, төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһы ойошмалары күрһәткән кәңәш һәм белем биреү хеҙмәттәрен алыуҙың һөҙөмтәлелеген баһалауға йүнәлтелгән. Һорау алыу 2022 йылдың 30 декабрендә тамамлана. Был турала республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

– Йыл һайын Башҡортостан экспортсыларына ярҙам итеү һәм уларҙың эшен еңеләйтеү маҡсатында төбәктең экспорт эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү буйынса финанс һәм финанс булмаған саралар системаһын камиллаштырабыҙ. Был субсидиялар ғына түгел, консультация, документтарҙы тәржемә итеү, компанияларҙы баҙарға сығарыу буйынса хеҙмәттәр һәм башҡа күп саралар. Төбәктең экспорт эшмәкәрлегенә йоғонтоһон баһалау һәм тормошҡа ашырылған сараларҙы артабан камиллаштырыу маҡсатында министрлыҡ квартал һайын Башҡортостанда экспортҡа эшләгән компанияларҙа һорау алыуҙар үткәрә. Төбәк эшҡыуарҙарын был сараға саҡырабыҙ, был беҙҙең өсөн бик мөһим, — тип белдерҙе Маргарита Болычева.

Һорауҙар 0-дән 5-кә тиклемге шкала буйынса баһалана: 0 – ойоштороу етешмәй, 1 – бик насар, 2 – ярайһы уҡ насар, 3 – нейтраль, 4 – яҡшы, 5 - шәп.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы аша үткәрелгән һорау алыуҙарҙа ҡатнашырға, шулай уҡ уларҙың һөҙөмтәләре менән ведомствоның рәсми сайтында, һылтанма буйынса “Һорау алыу” бүлегендә танышырға мөмкин.

Б5.1 күрһәткесе буйынса һорау алыу “Экспортҡа булышлыҡ итеүсе учреждениеларҙың һөҙөмтәлелеген баһалау” — “Махсус өлгө”лә танышырға мөмкин.

Г2.4 күрһәткесе буйынса һорау алыу “Төбәктә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһы ойошмалары күрһәткән консультация һәм белем биреү хеҙмәттәрен алыуға ҡәнәғәтлек баһаһы” — “Дөйөм өлгө”.

Белешмә:

2022 йылдың 6 июненән 20 июненә тиклем үткәрелгән һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, экспортҡа булышлыҡ итеү институттарының һөҙөмтәлелеге буйынса һорау алыуға республикала рәсми теркәлгән һәм эшмәкәрлеген алып барған, экспорт йүнәлешендә эшләгән барған ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар яуап биргән. Бөтәһе – 110 респондент. Дөйөм ҡәнәғәтлек рейтингы: 68 процент – “Шәп”, 25 процент – “Яҡшы”, ете процент – “Нейтраль”.

Төбәктең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһы ойошмалары күрһәткән кәңәш һәм белем биреү хеҙмәттәре ҡәнәғәтләндерерлек булыуы буйынса һорау алыуға республика биләмәһендә рәсми теркәлгән һәм эшләгән, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар яуап биргән. Бөтәһе 111 респондент. Дөйөм ҡәнәғәтлек рейтингы: 70 процент – “Шәп”, 23 процент –  “Яҡшы”, ете процент – “Нейтраль”.

2022 йылдың 29 июненән 30 июненә тиклем үткәрелгән һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, экспортҡа булышлыҡ итеү институттарының һөҙөмтәлелеге буйынса һорау алыуға республикала рәсми теркәлгән һәм эшмәкәрлеген алып барған, экспорт йүнәлешендә эшләгән барған ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар яуап биргән. Бөтәһе – 103 респондент. Дөйөм ҡәнәғәтлек рейтингы: 90,7 процент – “Шәп”, һигеҙ процент – “Яҡшы”, бер процент – “Нейтраль”.

Төбәктең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү инфраструктураһы ойошмалары күрһәткән кәңәш һәм белем биреү хеҙмәттәре ҡәнәғәтләндерерлек булыуы буйынса һорау алыуға республика биләмәһендә рәсми теркәлгән һәм эшләгән, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар яуап биргән. Бөтәһе 105 респондент. Дөйөм ҡәнәғәтлек рейтингы: 97 процент – “Шәп”, өс процент –  “Яҡшы”.

Был эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: