Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендәге Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә Башҡортостанда торлаҡҡа мохтаж граждандарға масштаблы инвестиция проектын башлаусы һатып алған йәки төҙөгән торлаҡты биреү мәсьәләһе тураһында һөйләштеләр.
Андрей Назаров “алданған өлөшсөләр” проблемаһын тиҙерәк хәл итеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың был мәсьәләне киләһе йылда ябыу мәсьәләһен ҡуйыуы тураһында иҫкәртте.
- “Алданған өлөшсөләр”ҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙең иң һөҙөмтәле механизмдарҙың береһе – төҙөүселәрҙең масштаблы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә фатир биреү. Тәҡдим ителгән проект етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙа ла яңғай роль уйнай. Уларға ҙур инвестиция проекты инициаторы тарафынан төҙөлгән йәки һатып алынған бирелеүе мөмкин. Был етем балаларға, бюджет аҡсаһын сарыф итмәй, бурысты өлөшләтә бөтөрөргә булышлыҡ итә, - тине Андрей Назаров.
Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин Башҡортостан Республикаһында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһындағы ҡарарға үҙгәрештәр индереү тураһында ентекләберәк һөйләне. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (нацмональный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: oblgazeta.ru
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан