Ҡыйғы районының Ибрай, Кандаковка һәм Алағуз ауылдары халҡын хәҙер яңы медицина пункттарында хеҙмәтләндерәсәктәр. Йәй көнө тап ошондай ФАП Йосоп ауылында асылғайны.
Хәҙер ауылдаштар заман талаптарына һәм санитар нормаларға яуап биргән, тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған яҡты, уңайлы кабинеттарҙа дауаланасаҡ. Яңы медицина пункттарында тәүге медик-санитар ярҙам, шулай уҡ кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, медицина анализдары тапшырыу мөмкинлеге лә бар.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан