Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Йәмәғәт экология советының тәүге ултырышы булды. Унда Стәрлетамаҡты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Саф һауа” федераль проектына индереү, атмосфера һауаһының бысраныуын контролдә тотоу буйынса автоматлаштырылған станция төҙөү, рөхсәтһеҙ асылған сүплектәрҙе ябыу, Ашҡаҙар йылғаһы үҙәнен таҙартыу, “аҡ диңгеҙҙәр”ҙе рекультивациялау мәсьәләләре тикшерелде.
Мәғлүм булыуынса, октябрь аҙағында Стәрлетамаҡта атмосфера һауаһына контроллек итеү буйынса яңы станция асылғайны. Әле ул аккредитация үтә. Дәүләт аналитик контроль идаралығының Стәрлетамаҡ бүлексәһе начальнигы Наталья Павлова әйтеүенсә, ҡалала тағы ла ике станция асыу күҙаллана. “Таҙа ил” проектына ярашлы, 40-сы арауыҡ урамында рөхсәтһеҙ асылған сүплекте таҙартыу буйынса эш бара. Уның майҙаны 18 гектарҙан ашыу тәшкил итә. Эш 2023 йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
“БСК” йәмғиәте генераль директорының техник сәйәсәт буйынса урынбаҫары Федор Афанасьев “аҡ диңгеҙҙәр”ҙе бөтөрөү буйынса ғәмәлдәр тураһында сығыш яһаны.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sterlitamakadm.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)