Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә А.С. Пушкин исемендәге Шереметьево халыҡ-ара аэропорты терминалында “SVOя Библиотека” фотокүргәҙмәһе асылды. Уны илдең Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Рәсәй дәүләт китапханаһы ойошторҙо. Экспозиция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы модель китапханалар асыу тураһында һөйләй.
Күргәҙмәлә Башҡортостанды, аныҡ әйткәндә, “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә яңыртылған Ҡариҙел районының Үҙәк китапханаһын сағылдырған фото ла бар. Учреждение былтыр 14 майҙа беренсе “АРТ-Ҡоролтай” халыҡ-ара мәҙәни форумы барышында асылғайны.
Пассажирҙар бөтә ил буйынса 850 муниципаль китапхананы яңыртыу һөҙөмтәләре хәбәрҙар булыу, таланттар тупланған биләмәләрҙең ижади мөмкинлектәре менән танышыу һәм осош барышында ваҡыт һиҙелмәй үтһен өсөн смартфонға “НЭБ Свет” ҡушымтаһынан яратҡан китабын күсереп алыу мөмкинлегенә эйә. Күргәҙмәгә текст һәм визуаль материалдар, шулай уҡ мәғлүмәт ресурстарына һылтанма менән QR-кодтар ҡуйылған.
“SVOя Библиотека” күргәҙмәһе киләһе йылдың 14 ғинуарына тиклем дауам итә.
(Фото Рәсәй дәүләт китапханаһының модель китапханалар департаментынан һәм “DIALANA” йәмғиәтенән алынды).
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: culture.bashkortostan.ru
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)