Быйыл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу прогрммаһына ярашлы, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы күп функциялы “Электрон” ультратауыш диагностика аппараты алғайны. Яңы ҡорамал февраль аҙағында файҙаланыуға тапшырылды, алты меңдән ашыу пациент унда медицина тикшереүе үтте лә инде.
Был ультратауыш диагностика системаларын ҡулланыу даирәһе киң, улар абдоминаль, ҡан тамырҙары, кардиология тикшереүҙәре үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ педиатрияла, неонатологияла, акушерлыҡ һәм гинекологияла, һөлдә-мускул системаһын анализлағанда ҡулланыла.
– Беҙҙең өсөн тәүге звеноның матди-техник базаһын ҡорамалдар менән байытыу бик мөһим. Яңы заманса ҡорамалдар оперативлыҡты арттыра, теүәл диагноз ҡуйырға, тимәк, дауалауҙы ваҡытында башларға ярҙам итә. Быларҙың барыһы ла сәләмәтлекте һаҡларға, йәшәү сифатын яҡшыртырға ярҙам итә, – ти Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш табибы Фидаил Хәбибуллин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.