Милли проекттар
23 Декабрь 2022, 09:30

Борай йүнселдәренә милли проект ярҙам иткән

Айһылыу һәм Илнур Фәхретдиновтар Борай районында малсылыҡты үҫтерә

Борай йүнселдәренә милли проект ярҙам иткәнБорай йүнселдәренә милли проект ярҙам иткән
Борай йүнселдәренә милли проект ярҙам иткән

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Айһылыу Фәхретдинова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырылған “Агростартап” программаһы буйынса грант алған 39 йүнсел иҫәбенә инде.

Айһылыу һәм Илнур Фәхретдиновтар Борай районында ит һәм һөт малсылығын үҫтерергә ниәтләй. Грант аҡсаһына улар симменталь тоҡомло таналар һатып алған да инде.  

–  Ауылда үҫкәс, ер эшен яҡшы беләм, бала саҡтан уҡ ата-әсәйемә хужалыҡта ярҙам иттем. Үҙебеҙҙең эште асырға тап ошо этәргәндер, моғайын. Ике йыл элек Дүсмәт ауылындағы малсылыҡ фермаһын һатып алдып, үҙебеҙҙең аҡсаға ремонтланыҡ һәм мал үрсетә башланыҡ. Ул осорҙа үҙебеҙҙең хужалыҡта 10 баш һыйыр малы, һарыҡ, кәзә, ҡуян аҫрай инек. Бының менән генә сикләнмәҫкә, “Агростартап” программаһында ҡатнашырға булдыҡ. Ул беҙгә 30 баш тоҡомло тана һатып алырға мөмкинлек бирҙе. Әле мал һанын үрсетергә, ит һәм һөт етештерергә ниәтләйбеҙ, – ти йүнсел.

Бынан тыш, Фәхретдиновтар малды аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн 200 гектар ерҙә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү менән дә шөғөлләнә.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/374613#scroll

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас