Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1984 йылда ғәмәлгә индерелгән Шаҡша күпере, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы, 2023-2024 йылдарҙа капиталь төҙөкләндерелә. Әле ҡаланың тейешле хеҙмәттәре төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыу өсөн подряд ойошмаһын билдәләү буйынса конкурсҡа әҙерләнә.
Күптән түгел белгестәр күперҙе ентекле тикшергәндән һуң уны файҙаланыуға яраҡһыҙ, уң яҡ ярҙағы эстакада тороҡтарын, башҡа байтак конструктив элементтарҙы алмаштырырға кәрәк тигән ҡарар сығарҙы. Әле объектты капиталь ремонтлау проекты әҙерләнгән, уның буйынса дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы алынған.
Төҙөлөш-монтаж эштәре барышында күперҙә хәрәкәтте өлөшләтә туҡтатыу ҡарала.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/374331#scroll
Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)