Республикабыҙ быйыл күпселек предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге артҡан төбәктәр рәтенә инде.
Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министрлығы рейтингы һөҙөмтәләре тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне. Уның билдәләүенсә, республика предприятиеларына ярҙам итеү – төбәк Хөкүмәтенең мөһим бурыстарының береһе һәм министрлыҡ мөмкин булған барлыҡ ярҙам сараларын тәҡдим итә.
Айырым алғанда, Башҡортостандың төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары эшҡыуарҙарға эске ресурстарҙы һөҙөмтәлерәк ҡулланырға, ҡорамалдарҙы тулы ҡеүәткә эшләтеүгә, продукция күсереүен оптимәлләштереүгә ярҙам итә.
- Беҙ ихтыяждың ҙур булыуын күрәбеҙ, предприятиелар заманса производство системаһын булдырыу яҡлы. Топ-менеджерҙар һәм ябай персоналдың квалификацияһын күтәреү программаһы һөҙөмтәһен нығыталар, ҡорамалды яңыртыуға арзан кредиттар һәм производствоны һанлаштырыуға ярҙам хәстәрләнә. Милли проект менән файҙаланып, төбәк үҙенең производство мәҙәниәтен сифатлы итеп үҙгәртә ала, - тине Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов.
Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеш министрлығы милли проектты 2024 йылдан һуң да оҙайтырға планлаштыра. Был сараларға торлаҡ-коммуналь хужалығы, туризм, шифахана-курорт ялы һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмаларын йәлеп итеү планлаштырыла. Хәл ыңғай хәл ителгәндә, ҡатнашыусылар һаны ике тапҡырға артасаҡ.
«Хеҙмәт етешетереүсәнлеге» милли проекты (Национальный проект «Производительность труда») 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса раҫланды һәм 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уның маҡсаты - илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген биш процентҡа күтәреү тора.
Фото: Башинформ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан