Милли проекттар
23 Декабря 2022, 10:00

Ике улдары янына ике ҡыҙҙары өҫтәлде!

Сибайҙа быйылғы йылдың етенсе пар игеҙәктәр тыуҙы!

Ике улдары янына ике ҡыҙҙары өҫтәлде!Ике улдары янына ике ҡыҙҙары өҫтәлде!
Ике улдары янына ике ҡыҙҙары өҫтәлде!

Республикабыҙҙың Сибай ҡалаһы ЗАГС-ында Эмилия һәм Амелия исемле игеҙәк балалар теркәлгән.

Кисә, 22 декабрҙә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы йылдың 7-се пар игеҙәктәре тыуыуы тураһында акт теркәлгән. Рәсим һәм Эльмира Ғәлләмовтар ғаиләһенә йәм, бәрәкәт өҫтәп 2 декабрҙә Өфө дауаханаһында ҡыҙҙары Эмилия һәм Амелия яҡты донъяға ауаз һалған. Ҡыҙсыҡтар ете йәшлек Тимур һәм ике йәшлек Рамин ағайҙарына иш булып, хәстәрлек тойоп, бәхетле булып үҫер.
- Беренсе узи тикшереүендә игеҙәктәр тыуасағын әйтһәләр, икенсеһендә ҡыҙҙар буласағын белеп ҡыуандыҡ. Бәхетебеҙ сикһеҙ: ике улыбыҙ, ике ҡыҙыбыҙ бар, Һау - сәләмәт булһындар, - ти бәхетле атай менән әсәй.

Ғәлләмовтар сабыйҙарға тыуыу тураһында танытмаға ҡушып Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың иҫтәлекле бүләген ҡушып биреүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү буйынса эш “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла.

Фото: Сибай ҡалаһы ЗАГС-ы 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ике улдары янына ике ҡыҙҙары өҫтәлде!
Ике улдары янына ике ҡыҙҙары өҫтәлде!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас