Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Декабрь 2022, 14:30

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына – таҡыр юлдан

"Йыш ҡына йылдамлыҡ сирлеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә”.

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына – таҡыр юлдан
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына – таҡыр юлдан

Быйыл Башҡортостанда медицина учреждениаларына алып барған биш юл ремонтланды, уларҙың дөйөм оҙонлоғо – биш километр.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") ярашлы тормошҡа ашырылды.

“Юл һалыусыларҙың бурысы – медицина учреждениеаларына уңайлы һәм хәүефһеҙ барып етеү мөмкинлеген тыуҙырыу, сөнки бындай юлдар кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе тиҙ башҡарыу өсөн кәрәк, йыш ҡына йылдамлыҡ сирлеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә”, – ти Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков.

Ошо йүнәлештә эш электән үк бара. Былтыр, мәҫәлән, Башҡортостан дәүләт медицина университетының Өфөнөң Парк урамында урынлашҡан клиникаһына табан илткән һәм дөйөм майҙаны алты мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән юл ремонтланғайны.

Бындай саралар, ҡағиҙә булараҡ, комплекслы башҡарыла: юлдың ике яғынан үткән йәйәүлеләр һуҡмаҡтары ла йүнәтелә, светофорҙар урынлаштырыла, юл тамғалары ҡуйыла.

Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: