Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Декабрь 2022, 08:30

Предприятиелар ярҙамдан уңышлы файҙалана

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында тағы ике предприятие ҡушылды.

Предприятиелар ярҙамдан уңышлы файҙалана
Предприятиелар ярҙамдан уңышлы файҙалана

Башҡортостанда “Агрохимия” етештереү коммерция фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһы төбәк Хөкүмәте менән килешеү төҙөнө.

"Милли проектта ҡатнашыу һөҙөмтәһендә предприятиеларҙа яңы етештереү мәҙәниәте формалаша. Тәүге өс айҙа диагностика этабы буласаҡ. Унда Башҡортостандың төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре предприятиеларҙа процестарҙы анализлай, йәшерен резервтар таба, оптимизация юлдарын булдыра. Аҙаҡ маҡсатҡа өлгәшеү буйынса саралар планы әҙерләнәсәк", - тип һөйләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов.

“Агрохимия” фирмаһы – Башҡортостан һәм Рәсәй буйынса минераль ашламалар менән тәьмин итеүсе ҙур предприятиеларҙың береһе булып тора. Продукция крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, шәхси һәм дәүләт ауыл хужалығы предприятиеларына, шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларына оҙатыла.

 “Гидравлика” предприятиеһы “Ростех” дәүләт корпорацияһының "Технодинамика" холдингы составына инә, авиация һәм ракета-космос тәғәйенләнешендәге продукция етештерә.

Милли проект сиктәрендә предприятиелар һаҡсыл етештереү ҡоралдары нигеҙендә производство системаһы үҫеше буйынса бушлай адреслы ярҙам аласаҡ. Бынан тыш, милли проектта ҡатнашыу финанс ярҙам сараларына, “Етештереүсәнлек лидерҙары” программалары буйынса предприятие етәкселәрен бушлай уҡытыуға юл аса.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланды. Ул 2024 йылға илдә йыллыҡ хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Башҡортостанда 146 предприятие милли проектта ҡатнашты.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: